Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Июль 2023, 17:00

Йәй, каникулдар!

«Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итә.

Йәй, каникулдар!
Йәй, каникулдар!

Ошо арала улар 8-се һәм 15- се мәктәптәрҙә танып белеү саралары ойошторған. Балаларға башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады тураһында бәйән итеп, төрлө музыка ҡоралдарында уйнап ҡарау мөмкинлеге биргәндәр. Мәктәп уҡыусыларына милли кейемдәрҙе кейеп ҡарау ҙа бик оҡшаған. Балалар рәхәтләнеп халыҡ уйындарында ҡатнашҡан, бейегән, хатта уҡтан атырға өйрәнгән. Быныһы инде күңелдәренә айырыуса хуш килгән.

Зөлфиә Ғарифуллина.

Фотолар үҙәк сайтынан

Йәй, каникулдар!
Йәй, каникулдар!
Йәй, каникулдар!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: