2019 йылдың мартында «Башинформ» Glosbe-һүҙлектең башҡорт бүлегенең тулыландырылыуы, уҡыусылар өсөн күләмле (211 меңдән ашыу һүҙ) электрон һүҙлектәрҙең береһенә әүерелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Хәҙер русса-башҡортса электрон һүҙлектә 390 мең һүҙ һәм фраза, 750 мең параллель һөйләм өлгөләре бар. Әйткәндәй, һүҙлек авторы параллель текстар өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының рус һәм башҡорт телдәрендәге хәбәрҙәрен әүҙем ҡулланған.
Һүҙлек менән glosbe.com сайтында, шулай уҡ Android һәм iOS операцион системаларында эшләгән мобиль ҡоролмалар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында файҙаланырға була.
Активист әйтеүенсә, ул онлайнға башҡорт теленең төп һүҙҙәрен һәм тәржемәһен индергән, һәм быны һүҙлектең сайты аша тикшерергә саҡыра.