Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Июль 2023, 16:00

Иң популяр башҡорт романы буйынса спектакль әҙерләйҙәр

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы буйынса спектакль сәхнәләштерергә әҙерләнәләр.

Иң популяр башҡорт романы буйынса спектакль әҙерләйҙәр
Иң популяр башҡорт романы буйынса спектакль әҙерләйҙәр

Инсценировка өҫтөндә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм драматург Әнгизә Ишбулдина эшләй. Роман-пенталогияла бер быуатҡа яҡын тарихы булған башҡорт ғаиләһе хаҡында һүҙ бара.

– Премьера көнө әлегә билдәһеҙ, артистар отпускынан сыҡҡас, репетицияларҙы башлайбыҙ. Төп баҫым Фәүзиәнең ғаиләһенә яһала, бер юлы әллә нисәмә сюжет һыҙығы үрелеп килә. Сәхнәлә ваҡиғалар кулактарҙы һөргөнгә ебәреү осоронан башланып китә, артабан - һуғыш һәм һуғыштан һуңғы, СССР тарҡалғанға тиклемге йылдар. Ә романдың аҙаҡҡы бүлеге ҡаралмай, бәлки, һуңғы һүҙ булараҡ күрһәтелер, - тине театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов.

Әлеге ваҡытта театр актерҙары «Бөйрәкәй менән бергә ял итәбеҙ» тигән флешмоб иғлан иткән. Улар йәйге отпуск мәлендә лә «Бөйрәкәй» романынан айырылмай.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: