Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
31 Июль 2023, 17:00

Башҡортостандан «Ҡурай» фильмы Бөтә Рәсәй фестивалендә беренсе урынды алды

XIII «От чистого истока» Бөтә Рәсәй визуаль ижад фестивалендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ бүлегенең «Ҡурай» документаль фильмы беренсе урынға лайыҡ булды. Режиссеры - Радик Килмәмәтов.

Башҡортостандан «Ҡурай» фильмы Бөтә Рәсәй фестивалендә беренсе урынды алды
Башҡортостандан «Ҡурай» фильмы Бөтә Рәсәй фестивалендә беренсе урынды алды

Еңеүселәрҙең эштәре 30 июлдә күрһәтелде. Был проектты булдырыуҙың төп идеяһы ҡурайҙың башҡорттарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы булыуын күрһәтеү ине. Бында республиканың танылған башҡарыусыларының милли уйын ҡоралына яңыса ҡарашы сағылдырылған.

— Фильмдың үҙенсәлектәренең береһе - музыка ҡоралының һаҡланғанлығы технологияһын күрһәтеү. Был алымды беҙҙең көндәргә танылған ҡурайсы Ғата Сөләймәнов килтереп еткергән. Ошо технология хаҡында уның уҡыусыһы Марат Тулыбаев һөйләне, - тип билдәләнеләр халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.

Фестиваль еңеүселәрен 28-31 июлдә Иркутск өлкәһенең Ольхон районында бүләкләнеләр. Йомғаҡлау этабында фестивалдең жюри ағзалары һәм кино сәнғәте өлкәһендәге эксперттар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре, ижади кинолабораториялар ойошторолдо.

Башинформ

Башҡортостандан «Ҡурай» фильмы Бөтә Рәсәй фестивалендә беренсе урынды алды
Башҡортостандан «Ҡурай» фильмы Бөтә Рәсәй фестивалендә беренсе урынды алды
Автор:
Читайте нас: