Был проект Башҡортостан башлығы гранты менән хупланған. Икенсе йылға шундай 250 ҡоролма йыйыу ҡаралған. Улар балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә белем биреү маҡсатында тапшырыласаҡ.
Башҡорт телен һаҡлау һәим үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова проект хаҡындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан. Уның һүҙҙәренсә, «Һомай» башҡорт һәм рус телдәрендә аралаша, шулай уҡ ике телдә һөйләй аласаҡ.
Проект авторы Айгиз Ҡунафин «Һомай» аҡыллы колонкаһы белем биреү учреждениелары ихтыяжын үтәрлек төрлө ҡушымталар тәҡдим итәсәген белдерҙе. Мәҫәлән, бәләкәстәр өсөн әкиәттәр. Әлеге ваҡытта колонканы йыйыу урыны биләдәләнә. Уның корпусы һәм программа тәьминәте үҙ аллы эшләнәсәк.
Аҡыллы колонкаларҙың тәүге партияһы тест үткәреү өсөн балалар баҡсаларына биреләсәк, ә ҡалған 200-өн мәктәптәргә ебәрәсәктәр.
Республика көнөнә тәүге биш аҡыллы колонка йыйылыр, тип көтөлә.