Шифалы эсемлекте Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районындағы «Толпар» йәмғиәтендә бешәләр!
– Беҙ башҡорт тоҡомло аттарҙы 14 йыл аҫрайбыҙ, улар әрһеҙ, тиҙ үрсей. Бөгөнгә уларҙың иҫәбе 300-ләп башҡа етте, уларҙың 30-ы – һауым бейәләре. Көнөнә 100 литрға тиклем ҡымыҙ бешәбеҙ, – тип һөйләй йәмғиәтте ойоштороусы Даян Иштимеров.
– Беҙҙең ҡымыҙ ҡымыҙ яһаусыларҙың күпселеге кеүек ағас киҫмәктәрҙә түгел, ә кәзә тиреһенән яһалған турһыҡтарҙа бешелә. Ҡулланыр алдынан тире ыҫлана һәм һыйыр майы менән майлана. Бындай һауыттың өҫтөнлөгө шунда: ул һыу һеңдермәй, шуға ҡымыҙҙың бөтә файҙалы элементтары һаҡлана. Шулай уҡ был технология менән әҙерләнгән беҙҙең ҡымыҙ үҙенсәлекле, тәме йомшағыраҡ, – ти эшҡыуар.
Даян Иштимеров тәжрибә уртаҡлашыу һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу маҡсатында Силәбе өлкәһе делегацияһы составында фестивалгә килә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан