Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан 8 йәшлек Ибраһим Ғәлин башҡорт тоҡомло II “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә барырға йыйына. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев кеүек ул да 3 йәшендә үк ат эйәрләгән!
Ибраһим көнө буйы аттар янында йөрөргә лә риза: ул уларҙы ашата, эсерә, ялын тарай, таҙарта, һыйпай, һөйләшә. Ә инде атланып алһа, үҙен әкиәт батырылай хис итә. Ат өҫтөндә малай үҙен шундай ғорур тота!
Күп балалы ғаиләнән булған Ибраһим быйыл 2-се класҡа уҡырға бара. Ғаилә башлығы Наил Азамат улы - туризм өлкәһе буйынса эшҡыуар, һәм башҡорт тоҡомло аттар - уның был эшмәкәрлегендә ҙур ярҙамсы. Әле уларҙың биш баш аты бар. Атай кеше улының яратҡан шөғөлөнә һәр яҡлап булышлыҡ итә, уға Аят ҡушаматлы атын бүләк иткән. Буш ваҡыттарында икәүләп һыбай йөрөйҙәр, ҡыш сабыш ойошторалар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: башҡорт аты фестивале 11 -13 августа Баймаҡ районы биләмәһендә була. Ибраһимға унда күңелһеҙ булмаясаҡ, сөнки 12 августа сәғәт иртәнге 10-дан 16.00-гә тиклем балалар өсөн майҙансыҡ эшләйәсәк. Унда башҡорт милли уйындары, спорт ярыштары һәм “Ҡара юрға” бейеү флешмобы ойоштороласаҡ. Иң әүҙем малай-ҡыҙҙарҙы иҫтәлекле бүләк көтә.
Автор: Аклима Гизатуллина
Сығанаҡ: https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fbashgazet.ru%2Farticles%2Fbash-ort-donya-y%2F2023-08-09%2Fibra-im-bash-ort-aty-festivalen-bara-3379853&post=-104965500_245951&cc_key=