Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Август 2023, 10:45

Хуш киләһең, "Урал батыр"!

Бөрйән районында "Урал батыр" төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсы башланды. Унда балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙән алып колледж студенттарына тиклем ҡатнаша.

Хуш киләһең, "Урал батыр"!
Хуш киләһең, "Урал батыр"!

Район мәҙәниәт һарайында бәйгенең асыу тантанаһы үтте.

Конкурс быйыл 25-се тапҡыр үткәрелеүе менән әһәмиәтле. Ул Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәк-өлкәләренән дә һәләтле балаларҙы бер майҙанға туплай. Бәйгелә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү тураһында ғына һүҙ бармай, балалар эпостан төрлө өҙөктәрҙе лә сәхнәләштерәләр.

"Урал батыр" 25-се төбәк-ара йәш сәсәндәр бәйгеһе балалар, үҫмерҙәр, йәштәр ҡатнашлығындағы театрлаштырылған тамаша менән асылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов режиссеры булған тамаша береһен дә битараф ҡалдырманы: ул "Урал батыр" эпосының иң мөһим ерҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып, яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшен тулы мәғәнәһендә сағылдырып бирҙе.

Тамашанан һуң йыйылған барыһын да Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Хәлитов сәләмләне.

Ул Бөрйәндең ысын мәғәнәһендә тарих иле булыуын, Урал батыр, Бабсаҡ бей, Мәсем эҙҙәрен һаҡлауын билдәләне. "Урал батыр" эпосын башҡортмон тигән һәр кем йөрәгендә йөрөтөргә тейеш!" - тине ул.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан милли белем биреү идараһы етәксеһе Розалия Сәфиуллина сығыш яһаны, мәғариф министры Айбулат Хажиндан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

"Данлы ерҙә, бай тарихын һаҡлаған ерҙә беҙ бөгөн. "Урал батыр"ҙың Бөрйәндә 22 тапҡыр үтеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Тәүге тапҡыр конкурс үткәреү уйы тап ошонда тыуа. Балалар, һеҙ шунда эпостың барлығын, уның эстәлеген белеп үҫәһегеҙ. Эпосы булған халыҡ — боронғо халыҡ. Быйылғы йылда конкурста балалар баҡсаһынан алып колледждағы студенттарға тиклем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Ысын-ысынында йәш сәсәндәр мәктәбе был. Артабан да Урал батырға тоғро булырһығыҙ тип ышанам" - тине ул.

"Урал батыр" төбәк-ара йәш сәсәндәр бәйгеһе өс көн дауам итәсәк, бөгөн эпостан өҙөк сәхнәләштереү конкурсы булһа, иртәгәге көнгә "Урал батыр"ҙың үҙен яттар һөйләүселәр майҙан тотасаҡ. Уларҙы ғалимдарҙан, яҙыусыларҙан, сәнғәт белгестәренән торған баһалама ағзалары баһалай.

Конкурсты ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 18 август "Шүлгәнташ" музейында уҙа.

Айгөл ҒӘБИТОВА.

https://vk.com/wall-196702306_57496

Автор:
Читайте нас: