Билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына ҡарата «Алтын юлағым» автобиографик китабы сығасаҡ.
– Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы үтенесе буйынса башҡорт әҙәбиәте классигының «Алтын юлағым» автобиографик китабы баҫылып сыҡты. Йыйынтыҡҡа авторҙың айырым китап итеп нәшер ителмәгән әҫәрҙәре инә: «Хәсрәтле бала саҡ», «Йылдар һәм юлдар», «Эҙләп табылған хазинам». Баҫма тиҙҙән «Китап» магазиндарына сығарыласаҡ, – тип һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
«Бик матур, йөкмәткеле китапҡа оҡшай. Был әҫәре баҫылмағайны шул. Афарин! Шәп бүләк – 100 йыллыҡ юбилейға», – тип белдерҙе республиканың Әҙәбиәт музейы етәксеһе Зәки Әлибаев.
Ысынлап та, оҫта романсы Яныбай Хамматовтың был китабын тиҙерәк ҡулға алып уҡығы килә.
Яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары ветераны Яныбай Хаммат улы Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуған. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, ВЦСПС һәм СССР яҙыусылар Союзы премияһы, Ким Әхмәтйәнов исемендәге һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге лауреаты. Белорет районының почетлы гражданы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың 9 октябрендә Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуын байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Айгиз Баймөхәмәтов фотоһы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-01-14/byl-r-r-e-le-ba-yl-any-yu-ine-4082404?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500