Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина һәм ошо уҡ комиссия ағзаһы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин сараның хөрмәтле ҡунаҡтары булды.
Ултырыш Нәзирә Фәрхетдинова етәкләгән «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбленең һәм форумдың иң йәш ҡатнашыусыһы Урал Әүбәкировтың дәртле сығыштарынан башланып китте. Эшлекле йыйылышта ҡатнашыусыларҙы Бәләбәй бүлеге рәйесе Радмир Хәйруллин сәләмләне һәм муниципаль районда башҡорт телен, йолаларын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән нәмәләр эшләнеүе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Әлбиттә, докладсы бөгөнгө көндә иң мөһим булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам темаһына ла ҡағылды. Башҡорттар Рус дәүләтенә ингәндә биргән йөкләмәләренә һәр саҡ тоғро булды һәм булып ҡала. Бөгөн дә улар МХО фронттарында еңеүгә үҙҙәренең тос өлөштәрен индерә. Радмир Мөғәлим улы шулай уҡ йыйылғандарҙы съезд йомғаҡтары, башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Лариса Абдуллинаның сығышы эмоциональ, бай йөкмәткеле булды. Уҙған съездың төп ҡарарҙарының береһе итеп ул башҡорт телен балалар баҡсаһынан башлап өйрәнеүҙе атаны. Баҡсаға килеп ингәс тә бала, уның ата-әсәһе башҡортса яҙыуҙар күрергә, башҡортса сәләм бирергә өйрәнергә тейеш. Бының өсөн әле үк төрлө плакаттар әҙерләнгән. Лариса Хашим ҡыҙы, Мөнир Сәхиулла улы кеүек үк, махсус хәрби операция зонаһына барған. Рәсәйҙең яңы төбәктәре буйлап йөрөгәндә, кешеләр менән осрашҡанда ул ундағы балаларҙың ни тиклем илһөйәр булып тәрбиәләнеүҙәренә һоҡланған.
Ултырышты алып барыусы, башҡорт мәҙәниәте үҙәге етәксеһе Анжела Әүбәкирова Мөнир Ҡунафинға һүҙ биргәндә уның Бәләбәй районында башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән куратор булыуын да әйтеп үтте.
Мөнир Сәхиулла улы съезда төбәк башлығы Радий Хәбировтың сығышынан алған тәьҫораттары менән бүлеште, башҡорт телен өйрәнеү, үҫтереү йәһәтенән әлеге ваҡытта нәмәләр эшләнеүе, эшләнәсәге хаҡында ҡөйләне. Шулай уҡ МХО-ла булғандағы иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙары, унда тыуған фекерҙәре менән бүлеште.
Милли-мәҙәни үҙәктәге сарала Бәләбәй бүлегенең иң актив ағзаларын бүләкләү тантанаһы ла булды. Шулай, шәхси эшҡыуар Раян Хәйруллин менән башҡорт мәҙәниәте үҙәгенең мәҙәни саралар ойоштороусыһы Миңзифа Вилданова БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенән Рәхмәт хаттары алды.
Форумда ҡатнашыусылар Анжела Әүбәкированың думбыра сыңы оҙатыуында, бергәләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Ә был ваҡытта Башҡорт гимназия-интернатында (директоры Д.Ғ. Фәтхетдинова) яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Лариса Абдуллина һәм Мөнир Ҡунафин менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көттөләр. Ундағы саралар, һәр саҡтағыса, бик йылы, ихлас шарттарҙа үтте. Был осрашыу матур иҫтәлек булып балалар күңелендә лә, ҡунаҡтарҙа ла оҙаҡ һаҡланыр.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар Шайморатов кластары, Рәсәй бөркөттәре, йәш армиясылар кластары уҡыусылары менән осрашты, музейҙа булып, йылы яҙмалар ҡалдырҙы. Гимназия тәрбиәләнеүселәре шулай уҡ Лариса Хашим ҡыҙы менән Мөнир Сәхиулла улына балалар ҡоролтайы, «Бал ҡорто. ТV» студияһы эше хаҡында ла һөйләне.
Форсаттан файҙаланып, Мөнир Сәхиулла улынан беҙҙең районда башҡорт телен үҫтереү кураторы булараҡ үҙенең эшен нәмәлә күреүе хаҡында һораныҡ.
– Эште башлайбыҙ ғына әле, – тине ул. – Халыҡтың тын алышын белергә, тағы ла ниндәй хәл ителмәгән мәсьәләләр булыуын белергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн дөйөм һүҙҙәр күберәк булды. Радмир Мөғәлим улы менән бергә, бәйләнеште нығытып, эшләрбеҙ тип уйлайым. Кәрәккәндә ярҙам итербеҙ. Бындай саралар башҡа райондарҙа район хакимиәте башлығы, күп халыҡ ҡатнашыуында актив уҙа. Һеҙҙә аҙыраҡ булды...