Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Ғинуар , 11:00

Башҡортса йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә!

Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙә туған телгә, халыҡ йолаларына, сәнғәткә һәм халҡыбыҙ тарихына ихтирам, һөйөү тәрбиәләү өсөн нигеҙ һалына. Шуға ошо йәштән балаларҙы тыуған еребеҙҙең мәҙәни мираҫы менән таныштырыу, туған башҡорт телендә һәйләшергә өйрәтеү кәрәк.

Башҡортса йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә!
Башҡортса йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә!

 Ошо маҡсаттан «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Баҙлауыҡ» баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Күңелле башҡорт теле» тип аталған музыкаль-уйын программаһы әҙерләп уҙғарҙылар. Программаны алып барыусы балаларҙы башҡорт халыҡ йырҙары менән таныштырҙы, йырҙарҙың һүҙҙәрен ҡабатлатты. Мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр, ойоштороусы артынан башҡортса мөһим һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай, башҡорт халыҡ уйындарын уйнаны, бейене.

Материал үҙәк сайтынан ҡыҫҡартып алынды

Башҡортса йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә!
Башҡортса йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә!
Башҡортса йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: