Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
4 Февраль , 16:00

Башҡортостанда башҡорт аты хөрмәтенә гимн һайлаясаҡтар

Башҡортостанда башҡорт  аты хөрмәтенә гимн һайлаясаҡтар. Республикала төбәк конкурсы башланды.

Башҡортостанда башҡорт  аты хөрмәтенә гимн һайлаясаҡтар
Башҡортостанда башҡорт аты хөрмәтенә гимн һайлаясаҡтар

Башҡорт аты хаҡында гимнды физик һәм юридик шәхестәр, йәмәғәт берләшмәләре, профессиональ һәм һәүәҫкәр композиторҙар, шағирҙар, музыкаль һәм башҡа коллективтар, ижади берекмәләр, студиялар яҙа ала. Еңеүсе бүләккә башҡорт аты аласаҡ.

Конкурсҡа тәҡдим ителгән гимн тексты бер дәүләт телендә яҙылырға тейеш – русса йә башҡортса, автор әҫәре булһын. Музыкаль композиция 5 минуттан артмаҫҡа тейеш. Барлыҡ аудио/видео материалдар сифатлы яҙылған булһын. Гимндың һүҙҙәрен һәм музыкаһын текст вариантында (текст һәм ноталар) һәм хор, оркестр-хор йәки вокаль һәм инструменталь башҡарыуҙа тапшырырға кәрәк.  

«Башҡорт аты — Башҡортостан Республикаһының милли символы. Баймаҡ районынан фермер Илнур Биктимеров беҙгә конкурс идеяһы менән мөрәжәғәт итте. Беҙ уны хупланыҡ һәм положение раҫланыҡ, профессиональ жюри ағзалары йыйҙыҡ», — тип билдәләне «Башҡорт аты» фәнни-тикшеренеү институты» йәмғиәте директоры Руслан Гизәтуллин.

Йырға авторлыҡ хоҡуғын еңеүсе «Башҡорт аты» фәнни-тикшеренеү институты» йәмғиәтенә тапшыра.

Конкурс эштәре 2025 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итеү, еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү март айында уҙасаҡ. Конкурс еңеүселәре 2025 йылдағы Халыҡ-ара «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар фестиваленең концерт программаһында ҡатнашасаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар – «Башҡорт аты» фәнни-тикшеренеү институты» йәмғиәте, БР «Туризм үҫеше үҙәге» йәмғиәте, БР Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы һәм Биктимеров «Ҡыпсаҡ» фермер-крәҫтиән хужалығы.   

Ентекләберәк – Положение о конкурсе гимна

 

Автор:
Читайте нас: