Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
10
Башҡорт донъяһы
7 Февраль , 12:00

Һәммәбеҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы уҙҙы.

Һәммәбеҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә
Һәммәбеҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә

6 февралдә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы  менән һәм йәмәғәт ойошмаһының алдағы биш йылдағы проект эшмәкәрлеге буйынса “Ҡоролтай 3.0” стратегик сессияһы уҙҙы.

Мәғлүм булыуынса,  былтыр декабрҙә уҙған Алтынсы Бөтә донъя башҡорттары съезында ойошма Президиумы һәм Башҡарма комитеты составы яңыртылды. Шулай уҡ съезда яңғыраған Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү башланғысын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров хупланы.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, власть органдары вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы –  Ҡоролтай депутаттары, республиканың район һәм ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙендә бындай форматтағы осрашыуҙарҙың һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле һәм һөҙөмтәле булыуын билдәләне.

Ватанды һаҡлаусылар йылын иғлан итеүгә бәйле, бөгөн ойошма комиссияларының тап ошо йүнәлештәге эшен ойоштороу һәм әүҙемләштереү мөһим мәсьәлә булып тора, Президиум һәм Башҡарма комитет ағзаларынан әүҙем эш талап ителә.

–  Бөгөн һәммәбеҙ алдында уртаҡ ҙур бурыс бер – еңеүҙе яҡынайтыу. Беҙҙең йәмәғәт ойошмаһы был маҡсатҡа һәр саҡ үҙ өлөшөн индерҙе һәм индерә килә. Шуға күрә быйыл беҙ республиканың төрлө райондарында тыуып-үҫкән, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән яугирҙарыбыҙҙың тарихын дөйөм тема аҫтында берләштерергә планлаштырабыҙ. Стратегик сессия иһә  район һәм төбәк ҡоролтайҙарының эшмәкәрлеген киңерәк күрергә, тойомларға мөмкинлек бирә. Иң мөһиме, район вәкилдәре, бер-береһе менән аралашып, дискуссияла ҡатнашып, артабанғы эш форматын билдәләй. Президиум, Башҡарма комитет вәкилдәре менән бергә алдағы биш йылда республика һәм ил алдында торған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итерлек ҡарарҙар әҙерләйәсәкбеҙ,  – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эльвира Айытҡолова.

Тематик йылға килгәндә, был күптән күркәм йолаға әүерелгән: 2020 йылдан башлап, йыл һайын, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тематик йылдар иғлан итә һәм планлы саралар уҙғара. Мәҫәлән, Башҡорт тарихы йылында башҡорт ырыуҙарының съездары башланды.  Мәҙәниәт йылы сиктәрендә “Ижади майҙан” проекты ойошторолдо, унда ижади интеллигенция райондарға барып, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәрҙе. Фән һәм мәғариф йылында “Фәнни майҙан” ойошторолдо. Йәштәр йылында республика райондарында урындағы йәштәр ҡатнашлығында “Рух майҙаны” тип аталған күсмә саралар үтте.  Урындарҙа халыҡты йәмәғәт һәм аң-белем таратыу эшенә йәлеп итеү йәһәтенән бындай башланғыстар үҙен һәр яҡтан аҡланы.

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов әйтеп үтте. 

Стратегия 2020 йылда ҡабул ителгән.  Документтың төп маҡсаты – дәүләттең мәнфәғәттәрен, дөйөм кешелек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, башҡорт халҡының үҫеше, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу.

Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, Башҡортостан Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин  Ватанды һаҡлаусылар йылы сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса методик рекомендациялар менән таныштырҙы. Йыл сиктәрендә муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урындарҙа “Минең махсус хәрби операция геройым”, “Беҙ  – данлы яугирҙәрҙең вариҫтары” йүнәлештәре буйынса саралар уҙғарырға тәҡдим ителә.

 «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһына килгәндә, сарала ҡатнашыусылар 10 командаға бүленеп, төрлө йүнәлештәр буйынса эшләне, көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләне, уларҙы хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстарһы барланы, аныҡ ысулдар билдәләне һәм эксперттар алдында презентация менән сығыш яһаны. Стратегик сессия йомғаҡтары буйынса алдағы биш йылда башҡорт халҡын артабан үҫтереү һәм туплау өсөн аныҡ проекттар әҙерләнәсәк.

Фото: Ю. Кәримов.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2025-02-06/mm-be-e-urta-burys-berl-shter-4111064?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Һәммәбеҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә
Һәммәбеҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә
Һәммәбеҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә
Һәммәбеҙҙе уртаҡ бурыс берләштерә
Автор:
Читайте нас: