+1 °С
Болотло
Ғилми хеҙмәткәр өҫтәлендә 60-сы йылдарҙағы фольклор экспедицияһы материалдары. Ул ваҡытта информанттар башлыса винил пластинкаларға яҙҙырылыр булған. Бөгөн уларҙы компьютерға күсереү өсөн ҡоролмалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Компьютерға тоташтырыуҙа ла үҙ яйһыҙлығы бар.
Башҡа милләттәрҙән айырмалы, башҡорт халыҡ ижады бай мираҫлы. Әле өйрәнелмәгән, башҡорттоҡо, тип билдәләнгән архив материалдар ҙа етерлек. Улар республикала ғына түгел, Рәсәй, сит ил музейҙары фондтарында ла һаҡлана. Институттың үҙендә лә матди булмаған байлыҡтарға таң ҡалырлыҡ.