Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Октябрь 2025, 11:00

«Ҡурайҙың сихри серҙәре»

Бөгөн республикабыҙҙа тәүге тапҡыр Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған Ҡурай көнө билдәләнә.

«Ҡурайҙың сихри серҙәре»
«Ҡурайҙың сихри серҙәре»

Ул 2024 йылда төбәк башлығы Радий Хәбировтың указы менән башҡорт милли уйын ҡоралын һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн булдырылды. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, уның аҡ һыҙаттың уртаһында урынлашҡан ете япрағы халыҡтарҙың берҙәмлегенә башланғыс һалған ете ырыуҙы  символлаштыра. Ҡурай башҡорт эпостарында, әкиәттәрендә һәм легендаларында йыш телгә алына. Республикабыҙ гербында һәм флагында ҡурай сәскәһе һүрәтләнеүе осраҡлы түгел.

Был байрам алдынан «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк китапханаһында үткән «Ҡурайҙың сихри серҙәре» танып белеү сараһында ҡатнашты.

«Ҡурайҙың сихри серҙәре»
«Ҡурайҙың сихри серҙәре»
«Ҡурайҙың сихри серҙәре»
Автор: Зульфия Гарифуллина
Читайте нас