Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Октябрь 2025, 12:00

Милли аш-һыуға етмәй инде!

«Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының башҡорт мәҙәниәте үҙәгендә «Ижад ынйыһы» циклынан кулинар традициялар һәм сәнғәт темаһына матур сара үтте.

Милли аш-һыуға етмәй инде!
Милли аш-һыуға етмәй инде!

Белеүегеҙсә, башҡорт аш-һыуы ябайлығы һәм туҡлыҡлылығы, ит ризыҡтарын өҫтөн күреүе һәм һөт аҙыҡтарын киң ҡулланыуы менән айырылып тора.

Башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре башҡорт аш-һыуының тап ошо үҙенсәлектәре тураһында ентекләп һөйләне, ҡорот һәм ҡатыҡ, шулай уҡ буҙа һәм ҡымыҙ кеүек аҙыҡ-түлек араһындағы айырмаларҙы аңлатты. Улар башҡорт аш-һыуының төрки һәм көнсығыш кулинар традицияларының берләшмәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бынан тыш, татар мәҙәниәте үҙәге вәкилдәре татар аш-һыуының үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты, тыңлаусыларға ике яҡын халыҡтың мәҙәни айырмаларын тәрәнерәк аңларға ярҙам итте.

Программаның кульминацияһы булып музыкаль оҙатыу торҙо, унда һәр милли ризыҡҡа үҙ йыры тура килде. Бындай формат сараға килгән балаларға  йырҙағы ризыҡтарҙың исемдәрен ишетергә генә түгел, башҡорт мәҙәниәте халәтенә тәрәнерәк төшөнөргә лә мөмкинлек бирҙе.

Мәғлүмәт һәм фотолар башҡорт мәҙәниәте үҙәгенең Бәйләнештә сәхифәһенән

#ЦентрБашкирскойКультуры #УралБатыр #Белебеевскийрайон #НациональнаяКухня #Национальноекулинарноеискусство

Милли аш-һыуға етмәй инде!
Милли аш-һыуға етмәй инде!
Милли аш-һыуға етмәй инде!
Милли аш-һыуға етмәй инде!
Милли аш-һыуға етмәй инде!
Автор: Зульфия Гарифуллина
Читайте нас