Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Октябрь 2025, 13:50

Афарин, ләйсәндәр!

Октябрьский ҡалаһының милли-мәҙәни үҙәгендә VIII «Дуҫлыҡ» төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы үтте, унда төрлө төбәктәрҙән ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар йыйылды.

Афарин, ләйсәндәр!
Афарин, ләйсәндәр!

Байрамдың төп маҡсаты – Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә татыу һәм дуҫ йәшәгән халыҡтарҙың йолалары, музыкаһы һәм сәнғәтенең байлығын күрһәтеү. Сәхнәлә Ырымбур өлкәһенән, Татарстандан һәм Башҡортостандан ижади коллективтар халыҡ йырҙары һәм йолалары менән сығыш яһаны.

Бәләбәй районы исеменән «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының Нәзирә Фәрхетдинова етәкселегендәге «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле сығыш яһаны. Беҙҙең ансамбль «халыҡ вокалы» номинацияһында I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.

Коллективты ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Афарин, ләйсәндәр!
Афарин, ләйсәндәр!
Афарин, ләйсәндәр!
Автор: Зульфия Гарифуллина
Читайте нас