Башҡорт донъяһы
11 Декабря 2025, 09:00

«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»

Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө алдынан  «Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!» тип аталған әҙәби-музыкаль сәғәт ойошторолдо.

«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»
«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»

Халҡыбыҙҙың телен, мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға арналған бай йөкмәткеле сараға ҡаланың медицина колледжы студенттары саҡырылған. «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбленең ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәгән. Моңло йырсыбыҙ Эльмира Маликованың, ҡурай һәм ҡубыҙ оҫтаһы Марат Кәлимуллиндың яңғыҙ сығыштары йәм өҫтөнә йәм булған. Ә инде ләйсәндәрҙең «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбленең йәш солисы Әминә Ғәбделхәлимова менән бергәләп башҡарған «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры сараның иң юғары нөктәһе булған.

Әҙәби-музыкаль сәғәт колледж студеттарында онотолмаҫләҡ тәьҫораттар ҡалдырған.

Фотолар милли-мәҙәни һарайҙан

  

«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»
«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»
«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»
«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»
«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»
«Уйнаһын ҡурай, яңғыраһын телебеҙ!»
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас