Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Декабрь 2025, 16:00

Башҡорт теле көнөнә арналды

Башҡорт теле көнө уңайынан «Урал батыр» милли-мәҙәниәттәр үҙәгенең башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре береһенеән-береһе матур, сағыу, бай йөкмәткеле саралар әҙерләгән.

Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды

Башҡорт мәҙәниәте үҙәге мөдире Анжела Әүбәкирова 40-сы «Матрешка» балалар баҡсаһында бәләкәстәргә «Мин башҡорт телен өйрәнәм» танып белеү программаһын тәҡдим итте. Дәртле башҡорт йырҙары һәм думбырала виртуоз уйнау ярҙамында Анжела Риф ҡыҙы балаларға башҡорт теленең ни тиклем моңло һәм матур булыуын күрһәтте. Балалар «Ай, Уралтау» ҡобайыры юлдарын шатланып ҡабатланы, йырлап, туған телмәрҙең  яңғырашынан ләззәт алды.

Программа ижадһыҙ ҙа булманы: тәрбиәсе Ирина Зарипованың һиҙгер етәкселеге аҫтында балалар нәфис башҡорт бейеүендә үҙҙәренең һәләттәрен һынап ҡараны.

Сара туған телдәрҙең мөһимлеген һәм һәр халыҡтың мәҙәниәтенә һәм йолаларына ихтирам кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки тап үҫеп килгән быуында - милләт киләсәгенең нигеҙе.

***

Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм художество галереяһында башҡорт мәҙәниәтен һәм туған телде үҫтереүгә арналған мауыҡтырғыс музыкаль-танып белеү программаһы үтте.

Сараны «Урал батыр» милли-мәҙәниәттәр үҙәгенең башҡорт мәҙәниәте үҙәге мөдире Анжела Әүбәкирова ойошторҙо. Программала ҡатнашыусыларға башҡорт теленең үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион биҙәүестәрен күрһәттеләр. Байрамдың кульминацияһы булып ижади оҫталыҡ дәресе торҙо, унда балалар үҙҙәре ихласланып биҙәүестәр эшләп ҡараны. Милли кейемдәр сарала ҡатнашыусыларҙа ысын ҡыҙыҡһыныу уятты: улар боронғо биҙәүестәрҙе шатланып тотоп, кейеп  ҡараны. Былар барыһы балаларҙа яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

***

Башҡорт мәҙәниәте үҙәге мөдире Анжела Әүбәкирова һәм мәҙәни саралар  ойоштороусы Миңзифа Вилданова 40-сы «Матрешка» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Башҡорт һандығы мөғжизәләре» интерактив программаһын үткәрҙе. Милли хазиналар менән тулы был тылсымлы һандыҡтан балалар ҡашмауҙың матурлығы, боронғо туй йолалары һәм ҡатын-ҡыҙҙың сағыу күкрәк биҙәүестәре тураһында белде. Һәр бала был үҙенсәлекле әйберҙәрҙе ҡулдарында тотоп ҡарап, тарихҡа ҡағыла алған. Шулай уҡ француз яулығының тарихы һәм уның атамаһының сәбәбен белделәр. Традицион башҡорт музыка ҡоралдарында башҡарылған мауыҡтырғыс көйҙәрҙе ихлас тыңланылар. Ә һуңынан балалар ҡиммәтле сер бүләге алды: һүҙҙәрҙе һәм уларҙың тәржемәләрен күңелле музыкаль уйындар аша үҙләштерһәң, башҡорт телендә һөйләшергә өйрәнеү, уны аңлау  ни тиклем еңел һәм тиҙ икән ул!

 

Башҡорт мәҙәниәте үҙәге материалдары буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.

Фотолар үҙәктән

#Башҡорттелекөнө #КесеҠоролтай #ЦентрБашкирскойКультуры #Белебей #ДеньБашкирскогоЯзыка #Белебеевскийрайон #Урал_Батыр

Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Автор: Зульфия Гарифуллина
Читайте нас