Йыйылышта йыл дауамында башҡарылған эштәр тикшерелде. Быйыл «Баштәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы эшләй башлаған. «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-боты ойошторолған. Комиссия шулай уҡ муниципалитеттарҙа тел сәйәсәте алып барышын контролдә тота. Бигерәк тә алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышы буйынса һорауҙар күп. Хаталар барлығын күргән һәр кем «Хатаһыҙ ҡала» чат- ботына уның фотоһын ебәрә ала, ә бер телдән икенсеһенә дөрөҫ итеп тәржемә итеү өсөн «Баштәржемә» ярҙамға килә.
Башньюс