Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Ғинуар , 16:00

Йәровтар ғаиләһе – «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» зона конкурсына бара

Бәләбәй районынан Гүзәлиә һәм Айнур Йәровтарҙың татыу ғаиләһе «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының зона этабында Бәләбәй районы исеменән ҡатнашасаҡ.

Йәровтар ғаиләһе – «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» зона конкурсына бара
Йәровтар ғаиләһе – «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» зона конкурсына бара

Был конкурс 2021 йылдан «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторола. Ул башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлаусы һәм үҫтереүсе ғаиләләрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.
Йәровтар өс бала үҫтерә, уларҙа башҡорт халҡының милли ҡиммәттәренә ихтирам тәрбиәләй. Гүзәлиә Әхәт ҡыҙы Башҡорт гимназия-интернатында башланғыс кластар уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта башланғыс кластар уҡытыусыларының тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Айнур Хәмзә улы Себер тарафтарында эшләй. Балалары 10, 7 һәм 5 кластарҙа тырышып белем ала.

Татыу, уңған, матур башҡорт ғаиләһенә уңыштар юлдаш булһын!

Автор: Зульфия Гарифуллина
Читайте нас