Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Ғинуар , 13:00

Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы

«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Урал батыр» милли-мәҙәни һарайында Башҡорт мәҙәниәте үҙәге «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» тип аталған сара үткәрҙе.

Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы

Йыйылған ҡунаҡтар башҡорттарҙың традицион көнкүреше, борон-борондан ғаилә ағзалары араһында бурыстарҙың нисек бүленеүе, ныҡлы һәм татыу ғаиләләрҙең нигеҙе булған үҙ-ара ихтирам һәм ярҙам тураһында белде. Һуңынан башҡорт тирмәһе һүрәтен төшөрөп, үҙҙәрен рәссамдар ролендә һынап ҡаранылар.

 

«2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген, халҡыңдың тарихына һәм мәҙәниәтенә һаҡсыл мөнәсәбәт тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөү өсөн шәп мөмкинлек. «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» кеүек саралар йәш быуында үҙ тамырҙарына, йолаларына һәм ғөрөҫ-ғәҙәттәренә хөрмәт тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Быйылғы йыл республикабыҙҙағы һәр ғаиләнең йылылыҡ, хәстәрлек һәм берҙәмлек осоро булһын», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

 

Сара милли мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм популярлаштырыу, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙың һәм йәш быуынды үҙ халҡының тарихына һәм йолаларына ихтирам рухында тәрбиәләүҙең мөһим факторы булып тороуына сағыу дәлил булды.

Сығанаҡ: Бәләбәй районы хакимиәте

Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Бәләбәйҙә «Башҡорт тирмәһе көмбәҙе аҫтында фольклор» сараһы уҙҙы
Автор:
Читайте нас