Эштәрҙе 2026 йылдың 17 апрелендә төнгө 12 тулғансы бер минут ҡала акцияның рәсми сайты йәки чат-бот аша ебәрергә кәрәк.
Офлайн-форматта ҡатнашыу өсөн акцияның рәсми сайтындағы «Майҙансыҡтар» бүлегендә майҙансыҡ һайларға һәм алдан теркәлергә кәрәк. Акция көнөндә ҡатнашыусылар диктантты үҙҙәре һайлаған майҙансыҡта яҙа ала.
Быйыл диктант тексы Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шулай уҡ башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған.
Онлайн-форматта ҡатнашыу өсөн акцияның рәсми сайтын (https://bashdictant.ru/) йәки МАКС мессенджерында @bash_dictant_bot чат-ботын файҙаланырға кәрәк.
Башинформ мәғлүмәте буйынса