«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»

Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк китапханаһында Башҡорт ғаиләһе йылына арналған конференция ошо исем аҫтында үтте. Сараға Бәләбәй медицина колледжының беренсе курс студенттары саҡырылды.

«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йыл Башҡорттар ҡоролтайы тарафынан Башҡорт ғаиләһе йылы тип иғлан ителгәйне. Был башланғыс ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә һәм башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Башҡорт телен һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә, ул үҫеп килгән быуынға мәҙәни үҙенсәлекте тапшырыуҙың төп элементы булып тора.

Конференцияны китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Фәриҙә Ханнанова асты, ул китапхананың ғаилә традицияларын һаҡлау һәм популярлаштырыу үҙәге булараҡ роле тураһында һөйләне. Ғаиләлә туған телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса кәңәштәр менән 15-се урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Яҙгөл Мөхәмәтова бүлеште.

Китапхананың милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Фәйрүзә Ардаширова шәжәрә төҙөү серҙәрен асты һәм ғаиләһенең шәжәрәһе хаҡында һөйләне.

Башҡорт ғаиләһе рухи һәм мәҙәни тормош үҙәге булып тора, унда әхлаҡи, хеҙмәт һәм мәҙәни ҡиммәттәр тапшырыла. Конференция сиктәрендә Хәйруллиндар ғаиләһенең өлгөһө тәҡдим ителде.

Фольклор һәм музыка һәр халыҡтың тормошонда айырым урын биләй. Йыйылыусылар алдында Үҙәк мәҙәниәт һарайынан Светлана Вәлиәхмәтова етәкселегендәге «Йондоҙ» балалар вокаль ансамбле сығыш яһаны. Йәш артистар әсәй һәм тыуған яҡ тураһында хисле йырҙарҙы башҡорт телендә башҡарҙы.

Автор фотолары

«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
«Ғаилә традициялары: заман һәм быуындар бәйләнеше»
Автор:Светлана Прокофьева
Читайте нас