Республикала Ҡурай байрамы үтте

Сарала Башҡортостан Республикаһының һәм Силәбе өлкәһенең 30 муниципаль берәмегенән 400-гә яҡын артист ҡатнашты.

Республикала Ҡурай байрамы үттеРеспубликала Ҡурай байрамы үтте
Республикала Ҡурай байрамы үтте

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXV республика ҡурай байрамы тамамланды. Ҡурай байрамы-2026 сиктәрендә уҙған конкурстың Гран-прийын Стәрлетамаҡтан Динар Абдуллин яуланы. Уға еңеүсе дипломы һәм 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Ҡурайсылар араһында һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа, солистар ҙа, ҡурайсылар ансамблдәре лә бар ине. Жюри рәйесе - билдәле музыкант һәм педагог Мөхәмәт Түлебаев булды.

Асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас