

«Урал батыр» эпосын яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында Бәләбәй ҡалаһының Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Сафия Пирғәлина (уҡытыусыһы Зүлиә Исламова) һоҡланғыс сығыш яһаны һәм «Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн» дипломы менән бүләкләнде. Уның хисле башҡарыуы тамашасыларҙың да, жюри ағзаларының да күңелдәренә хуш килде.
Йәш сәсәниәне һәм уның остазы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Хәмзә ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!