

Цветаева тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Андрей Аксёнов балаларға башҡорт халҡының данлы улы хаҡында һөйләне, уның тормош юлы менән таныштырҙы. «Башҡорт геройы 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙөй улусының Тәкәй ауылында (хәҙер Башҡортостандың Салауат районы) тыуған. Был ауыл беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Уның исеме азатлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү символына әүерелде. Ул легендар яугир ғына түгел, ә талантлы шағир ҙа, уның шиғырҙары әле һаман илһамландыра, кешеләр күңелендә ғәҙеллеккә ышаныс уята», - тип һөйләне алып барыусы.
Шулай уҡ Салауат Юлаевтың тормошона арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Йыйылыусылар уның шиғырҙарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы һәм «Салауат Юлаев» фильмынан өҙөк ҡараны.
Цветаева тарихи-мәҙәни үҙәге фотолары