Ҡуҙғалаҡ байрамы

Башҡорттар бик күп милли һәм дини байрамдарҙы билдәләй. Шуларҙың береһе алыҫ ата-бабаларыбыҙҙан килгән һәм бөгөнгө көнгә тиклем хөрмәт ителә. Был Ҡуҙғалаҡ байрамы.

Ҡуҙғалаҡ байрамыҠуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы

«Урал батыр» милли-мәҙәни һарайының башҡорт мәҙәниәте үҙәге хеҙмәткәрҙәре ошо байрамға арнап уйын программаһы үткәрҙе. Уның барышында балаларға башҡорттарҙың милли һәм йола байрамдары тураһында һөйләнеләр, ҡуҙғалаҡ байрамының барлыҡҡа килеү тарихы  менән таныштырҙылар.

Балалар «Тирмә», «Көршәк ват», «Йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып йүгереү»  кеүек башҡорт халыҡ уйындарын уйнап, боронғо йолалар халәтенә сумған. Был уйындар, тәү ҡарашҡа, ябай һәм көлкө кеүек, ысынында таҫыллыҡты, тапҡырлыҡты һәм команда рухын тикшерә. Кемдер, бәлки, тәүгә бер-ике минутта тирмә ҡороуҙың еңелдән түгеллеген аңлағандыр, ә ҡалаҡтан йомортҡаны төшөрөп ебәрмәйенсә йүгереү - олимпия спорты төрө тиерлек!  Ошондай халыҡ уйындары аша үҫмер быуынға халыҡ йолалары  яҡыныраҡ һәм аңлайышлыраҡ була бара.

Текст һәм фотолар «Урал батыр» һарайы сәхифәһенән алынды

 

#ДНКУралБатыр
#БелебеевскийРайон
#ЦентрБашкирскойКультуры

Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Ҡуҙғалаҡ байрамы
Автор:
Читайте нас