Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Декабрь 2021, 11:00

Бәләбәй колбасалары «алтын» булып сыҡты

Өфөлә ЭКСПО күргәҙмәһендә «Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы» онлайн тауыш биреү еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ул 14 октябрҙән 23 ноябргә тиклем барҙы.

Бәләбәй колбасалары «алтын» булып сыҡты
Бәләбәй колбасалары «алтын» булып сыҡты

Конкурста 48 муниципаль берәмектән 118 бренд, 269 етештереүсе ҡатнашты. ВДНХ ЭКСПО-ла үткәрелгән «Яңы йыл аҙыҡ-түлек йәрминкәһе» сиктәрендә «Беҙҙең бренд» тәмләп ҡарау сараһы ойошторолдо. 10 номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Ҡатнашыусылар араһында Бәләбәйҙән ит ризыҡтары етештереүсе ағалы-энеле Черненколар ҙа бар ине.

– Беҙ конкурсҡа үҙебеҙ етештергән 15 төр ит ризғы ҡуйҙыҡ, – тип һөйләй Илья Черненко. – Беҙҙең продукцияны ҡулланыусыларҙың оҡшатыуы күңелле. Улар ыңғай баһалаған.  

Ә жюри Бәләбәйҙә етештерелгән ике төр колбасаға алтын миҙал биргән.

Гөлнара Мурзина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне

 

Бәләбәй колбасалары «алтын» булып сыҡты
Бәләбәй колбасалары «алтын» булып сыҡты
Автор:
Читайте нас: