Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Ғинуар 2022, 17:00

Бәләбәй районы исемен яҡлаясаҡтар

VI «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика конкурсының муниципаль һайлап алыу этабына йомғаҡ яһалды.

Бәләбәй районы исемен яҡлаясаҡтар
Бәләбәй районы исемен яҡлаясаҡтар

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте уҙғарған конкурста быйыл райондың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡан, һөнәрҙәрендә уңышҡа ирешкән, матур ғаиләләре булған һигеҙ кеше ҡатнашты.

БР Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов, Бәләбәй районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лилиә Дутова, Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте белгесе Лилиә Мәжитова ингән жюри ағзалары конкурстың республика финалына түбәндәге гүзәл заттарҙы тәҡдим итә: «Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәттә» номинацияһында – Гөлнара Полищук,  «Ҡатын-ҡыҙ – оҫта»  номинацияһында – Лилия Гарибян, «Ҡатын-ҡыҙ – өлкән быуын йәмәғәт активисы» номинацияһында – Людмила Пашина, «Ҡатын-ҡыҙ – педагог» номинацияһында – Лилия Садовникова һәм «Ҡатын-ҡыҙ – әсә» номинацияһында – Рәмилә Ғәйнетдинова.
Конкурс еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы традиция буйынса Өфөлә 8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә уҙа.

Автор:
Читайте нас: