Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Апрель 2022, 12:00

«Ныҡ бул» дауам итә

Сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолған «Ныҡ бул» асыҡ медиа-конкурсының 2-се этабы уҙҙы.

«Ныҡ бул» дауам итә
«Ныҡ бул» дауам итә

Уны «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән бергә ойоштора. Конкурсҡа йәмғеһе 288 эш килгән: 155 плакат, 107 социаль ролик, 26 вайн. Телеканалға республиканың төрлө мөйөштәренән интенсив-тренингҡа эштәре иң яҡшыһы тип табылған 60 бала йыйылған.

Көнө буйы көнүҙәк контент булдырыу өҫтөндә балалар менән остаздары  эшләй. Бай йөкмәткеле көн аҙағында медиатренерҙар менән балалар көн дауамында эшләгән эштәрен күрһәтә.

Телевизор ҡараусылар апрель буйы был эштәрҙе «Ныҡ бул» тапшырыуында ҡарай ала. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы конкурста ҡатнашыусыларҙың плакаттарын буклеттарҙа һәм ошо йүнәлештәге методик ҡулланмаларҙа ҡулланасаҡ.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: