Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Май 2022, 11:00

Һәләтле йәштәр үҫә!

Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатынан йәш артистар Өфөнән дипломдар менән ҡайтты.

Һәләтле йәштәр үҫә!
Һәләтле йәштәр үҫә!

Йыл һайын баш ҡалабыҙҙың ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында «Мираҫ» республика мәҙәниәттәр конкурс-фестивале ойошторола. Уның төп маҡсаты – һәләтле йәш башҡарыусыларға һәм ижади коллективтарға булышлыҡ итеү, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм мәҙәниәтте, әҙәбиәтте үҫтереүгә ярҙам күрһәтеү.

Быйылғы конкурс-фестивалдә башҡорт гимназия-интернатының  «Аманат» ҡубыҙсылар ансамбле (етәксеһе Әлфиә Шафиҡова) II дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Ошо уҡыу белем биреү ойошмаһы ҡурайсыһы Юлианна Артемьева (етәксеһе Эдуард Агишев) дипломант исеме алып ҡайтты. Йәш таланттарға һәм уларҙың етәкселәренә дипломдар тапшырылды.

Афарин! Ҡотлайбыҙ!

Һәләтле йәштәр үҫә!
Һәләтле йәштәр үҫә!
Һәләтле йәштәр үҫә!
Һәләтле йәштәр үҫә!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: