Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Июнь 2022, 15:00

Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе Бөрйәндә уҙа

16 - 17 июндә Бөрйән районында балалар һәм йәштәр араһында Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале үтәсәк. Унда 5 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге бәйгеселәр ҡатнаша.

Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе Бөрйәндә уҙа
Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе Бөрйәндә уҙа

Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының Сәсәндәр үҙәге ойоштора.

Бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн сәсәнлек сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Шүлгәнташ мәмерйәһе менән таныштырыу ҙа күҙаллана, фәнни-ғәмәли конференция ойошторола.

Финалға Мәскәү, Красноярск, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан бәйгеселәр килә. Башҡортостан данын Ишембай, Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Архангел, Әбйәлил, Баймаҡ, Баҡалы, Дәүләкән, Бишбүләк, Бөрйән, Дыуан, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәләүез, Шишмә, Туймазы, Фёдоровка, Учалы, Салауат, Ғафури райондарынан сәсәндәр яҡлаясаҡ.

Проект Президент грантының мәҙәни инициативалар фонды тарафынан халыҡ ижадының бер төрө булған сәсәнлекте үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Фото: rbsmi.ru

Автор:
Читайте нас: