Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Июнь 2022, 17:00

«Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022»: беҙҙекеләр өсөнсө!

Уҡыу йылы аҙағында, каникулдар башланыр алдынан, һәр саҡ «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» йәш юл хәрәкәте инспекторҙары республика конкурсының финалы ойошторола.

«Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022»: беҙҙекеләр өсөнсө!
«Хәүефһеҙ тәгәрмәс-2022»: беҙҙекеләр өсөнсө!

Быйыл Бәләбәй районы исеменән башҡорт гимназия-интернатының «Туҡта» йәш инспекторҙар командаһы сығыш яһаны. Дүртенсе класс уҡыусылары менән конкурсҡа гимназия-интернат педагогтары Ғәлинур Тиморшин менән Гүзәлиә Йәрова, Дәүләт автоинспекцияһының Бәләбәй районы буйынса ЮХХ буйынса инспектор Дилара Шәйәпова барҙылар.

Балалар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен нисек белеүҙәрен, велосипедта йөрөүҙәрен, юл фажиғәһендә йәрәхәтләнгәндәргә тәүге ярҙам сараларын күрһәттеләр, шулай уҡ ижади сығыш яһанылар.

Конкурстар йомғаҡтары буйынса Бәләбәй командаһы «ЮХҠ менән 90 йыл бергә» ижади конкурсында өсөнсө урын алдылар.

Фото ЮХХДИ бүлегенән

Автор:
Читайте нас: