Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Июль 2022, 17:00

«Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» конкурсы даирәһе киңәйә

Быйыл «Башҡортостан республикаһының хеҙмәт династиялары» конкурсының даирәһе  киңәйә.

«Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» конкурсы даирәһе киңәйә
«Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» конкурсы даирәһе киңәйә

Хөкүмәт ултырышында уҙған ултырышта Премьер-министр Андрей Назаров конкурс йүнәлештәре артасағы хаҡында белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, был саралар «Һөнәри белем биреү өлкәһен модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы»на ярашлы уҙа. Хөкүмәт рәйесе билдәләүенсә, әле колледждарҙың уҡыу-етештереү базаһы яңыртыла. Быйыл 6 мәғариф ойошмаһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған 12 оҫтахана асыла.

– 2019 йылда уҙғарылған «Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт йылъяҙмаһы» конкурсы уңышлы үтте һәм беҙҙең төбәктә хеҙмәт ғаиләләренең күплеген күрһәтте. Ул саҡта клнкурста 16 муниципаль берәмектән 36 династия һәм биш һөнәри эшмәкәрлек өлкәһе ҡатнашты. Быйыл конкурсҡа һөнәри эшмәкәрлек өлкәһен киңерәк йәлеп итеп уҙғарырға ниәтләйбеҙ, – тине Премьер-министр.

«Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» конкурсы даирәһе киңәйә
«Башҡортостандың хеҙмәт династиялары» конкурсы даирәһе киңәйә
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: