Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Июль 2022, 15:00

«Тамға» халыҡ-ара конкурсы саҡыра

«Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Бәйге быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарыла.

«Тамға» халыҡ-ара конкурсы саҡыра
«Тамға» халыҡ-ара конкурсы саҡыра

Конкурста ҡатнашыуға 16 йәштән алып оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү ательелары, йүнәлешле юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла.
Ул өс этапта уҙасаҡ: беренсе этапта ошо 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ғаризалар  ҡабул ителә, икенсе этап  – һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау, 15-енән 17 сентябргә тиклем эштәр күрһәтелә. Өсөнсө этап – конкурсҡа йомғаҡ яһау, 14 декабрҙә еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үтәсәк:

«Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция»;

«Башҡорттарҙың заманса авторлыҡ образы»;

«Балалар кейеме – реконструкциялау»;

«Башҡорттарҙың милли ювелир биҙәүестәре»;

«Башҡорттарҙың традицион костюмы аксессуарҙары».

Ғаризалар «Тамга 2022. Номинация ________» билдәһе менән ошо электрон почта буйынса [email protected] ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (961)046-23-56, 8 (347) 289-66-47.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса  https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov/6942-polozhenie-o-iii-mezhdunarodnom-konkurse-masterov-bashkirskogo-natsionalnogo-kostyuma-tam-a  танышырға була.

 

Автор:
Читайте нас: