Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Сентябрь 2022, 13:05

Башҡортостан икенсе урында

«Берҙәм Рәсәй» ойошторған «Иң яҡшы йорт. Иң яҡшы ихата» Бөтөн Рәсәй конкурсына илдең 82 төбәгенән биш меңдән ашыу ғариза килгән. Башҡортостан уларҙың һаны буйынса (314), Мәскәү өлкәһенән генә ҡала, икенсе урында.

Башҡортостан  икенсе урында
Башҡортостан икенсе урында

Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр алты номинация буйынса ғариза биргән: «Күп фатирлы йорт советының иң яҡшы эше тәжрибәһе», «Торлаҡ милекселәре ширҡәтенең иң яҡшы эш тәжрибәһе», «Иң татыу йорт», «Иң яҡшы капиталь ремонт эшләү тәжрибәһе», «Иң яҡшы подъезд», «Иң яҡшы ихата». Һәр категорияла өсәр призлы урын билдәләнгән. Эксперттарҙың баһаһы һәм 127 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан тауыш биреү йомғаҡтары буйынса еңеүселәр асыҡланған, уларҙы 11 сентябргә тиклем бүләкләргә тейештәр. Әүҙем ҡатнашыусыларға иһә Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетының һәм партияның төбәк башҡарма комитеттарының рәхмәт хаттары тапшырыла.Тәүге өс еңеүсе исемлегенә инмәгән конкурсанттар лауреат грамоталары менән бүләкләнә.

Конкурсҡа тәҡдим ителгән күп фатирлы йорттар менән идара итеү буйынса иң яҡшы тәжрибәләр йыйынтығы интернетта таратыла. Партия конкурсты даими рәүештә үткәрергә ниәтләй.

Автор:
Читайте нас: