Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Сентябрь 2022, 21:45

Күсмә кубокты кем яулар?

Мәғариф һәм фән министрлығы «Йәйге Шайморатов уйындары» спорт-патриотик сараһын ойоштора. Ул 13 сентябрҙә уҙасаҡ.

Күсмә кубокты кем яулар?
Күсмә кубокты кем яулар?

Улар илһөйәрлектең ныҡлы нигеҙҙәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен, Ватанды һаҡлау бурысына тоғролоҡ тойғоһон, Башҡортостандың дәүләт телдәренә хөрмәт тәрбиәләү, шулай уҡ әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Бында Шайморатов класында уҡыған уҡыусыларҙан төҙөлгән командалар ҡатнашасаҡ.

Уйындар ике этаптан тора. Тәүгеһендә ярышта ҡатнашыу өсөн командаларҙан ғаризалар ҡабул ителә, шулай уҡ Шайморатов класының видеопрезентацияһы баһалана. Икенсе этапта һайлап алынған иң яҡшы командалар өсөн «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методик үҙәгендә хәрби-спорт уйындары үткәреләсәк, шулай уҡ уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихы, М.М. Шайморатовтың йәшәйеше буйынса белемдәрен тикшерәсәк.

«Йәйге шайморатов уйындары» йомғаҡтары буйынса еңеүсе командаға Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырыла һәм мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары менән бүләкләнәсәк. Шулай уҡ  иң яҡшы 20 команданы билдәләү планлаштырыла. Улар 11 октябрҙә уҙасаҡ тантаналы сараға саҡырыласаҡ.

Автор:
Читайте нас: