Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Октябрь 2022, 17:00

Башҡортостан командаһы икенсе урында!

Ишетеү һәләте боҙолғандар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса «DeafSkills – 2022»  Милли чемпионаты тамамланды.

Башҡортостан командаһы икенсе урында!
Башҡортостан командаһы икенсе урында!

Иң күп миҙалды яулап, Мәскәү командаһы беренсе урынға сыҡты. Икенсе урынды Башҡортостан менән Татарстан командалары бүлеште. Беҙҙең республика вәкилдәре 2 алтын, 5 көмөш, 3 бронза миҙалға лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Төмән өлкәһе командаһы алды.

Башҡортостан командаһына алтын миҙалдарҙы «Веб-дизайн» компетенцияһында Никита Башканков менән һатыусылар ярышында Эмилия Антонова килтерҙе.

Көмөш миҙалдарҙы  Алина Тураҡаева («Һынлы сәнғәт»), Регина Ғәбитова («Медицина һәм лаборатор анализ»), Йәмил Фәхретдинов  («Робот техникаһы»), Урал Садиҡов («Программалау тәьминәте эшләү»), Элина Хөснөтдинова  («Тырнаҡ сервисы») яуланы.

Бронза миҙалдарға Максим Акимов («Медицина һәм лаборатор анализ»), Иван Кассин («Массаж») һәм Александр Данелюк («Плитка менән көпләү») лайыҡ булды.

Чемпионатта 45 төбәктән барлығы 350-нән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: