Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Декабрь 2022, 17:00

Башҡортостан йондоҙҙары Өҫән-Ивановка күгендә лә балҡый

Талантлы уҡытыусы Зөлфирә Әубәкированың уҡыусылары Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурсы лауреаттары булдылар.

Башҡортостан йондоҙҙары Өҫән-Ивановка күгендә лә балҡый
Башҡортостан йондоҙҙары Өҫән-Ивановка күгендә лә балҡый

Улар «Башҡортостан йондоҙҙары-2022» конкурсында бер юлы ике номинацияла ҡатнаштылар.

Иң күп һанлы йәш категорияһы (13-15 йәш) солистары араһында Мария Смирнова «Мать Земля моя» йырын башҡарып, жюриҙы таң ҡалдырған, ул –  беренсе дәрәжә лауреаты.

 «Соловушка» вокаль коллективы «Вокал. Ансамбль» номинацияһында еңеү  яулаған.

Ойоштороусылар конкурстың бер юлы ике еңеүсеһен әҙерләгән педагогҡа рәхмәт белдергәндәр:

 – Һеҙ башҡарған эш, һөнәрилегегеҙ, педагогик оҫталығығыҙ һәм изге эшкә бирелгәнлегегеҙ һөҙөмтәһендә уҡыусыларығыҙ ижади һәләттәрен һәм таланттарын аса алды.

Зәйфә Сәлихова

Автор:
Читайте нас: