Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Февраль 2023, 11:00

«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы финалы 2 мартта «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк

Был турала матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Конкурс йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ ролен күтәреү, халыҡ йолалары һәм этнопедагогика нигеҙҙәрен тергеҙеү маҡсатында 7-се йыл рәттән ойошторола. Икенсе йыл сара Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелә: күләмле сараның финалында Мәскәү, Сочи ҡалаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстан Республикаһынан гүзәл заттар ҡатнашыуы көтөлә.

«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы финалы 2 мартта «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк
«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы финалы 2 мартта «Торатау» Конгресс-холында үтәсәк

Быйыл финал илһөйәрлек рухында үткәрелә. 10 номинацияның һәр береһендә өс лауреат билдәләнә, еңеүселәр кубоктар һәм спонсорҙарҙан приздар менән бүләкләнә. Иң лайыҡлыларына иһә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте әүҙемсеһе Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы тапшырыла. Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн Ватанды һаҡлаусыларҙың, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләрен саҡырырға булғандар. Улар араһында Рәсәй Геройҙарының әсәләре, һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре, ирҙәрен һәм улдарын яуға оҙатҡан әсәләр бар.

Автор:
Читайте нас: