Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Март 2023, 10:00

Конкурстар башланды!

Кисә Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында ике һөнәри конкурсты асыу тантанаһы уҙҙы:

Конкурстар башланды!
Конкурстар башланды!

– 28-се төбәк-ара «Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурсы. Унда беҙҙең республиканан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 61 педагог ҡатнаша.

– 33-сө «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы», «Йылдың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», «Йылдың татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һәм «Йылдың йәш уҡытыусыһы» конкурстарын үҙ эсенә ала. Унда 150 уҡытыусы ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә конкурстар дәрестәре бирә башлайҙар. Приюттан Сәлимә  Закирова Өфөнөң 110-сы мәктәбендә дәрес күрһәтә. Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙына  илһам һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Зөлфиә Ғарифуллина

Конкурстар башланды!
Конкурстар башланды!
Конкурстар башланды!
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: