Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Май 2023, 13:00

Призерҙар араһында – Бәләбәй педагогы

Өфөлә өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләүселәрҙең «Йөрәгемде балаларға бирәм» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһанылар. Ул 13 февралдән 28 апрелгә тиклем дауам итте.

Призерҙар араһында – Бәләбәй педагогы
Призерҙар араһында – Бәләбәй педагогы

Конкурс ике этапта уҙғарылды. Ситтән тороп ойошторолған төбәк этабында Башҡортостандың 50 муниципаль районынан 93 уҡытыусы ҡатнашҡан. Уларҙың 20 райондан булған 32-һе финалға сыҡҡан, шул иҫәптән Бәләбәй районынан ҡатнашыусы педагог та.

Һынауҙарҙың ике турынан һуң «Яңы быуын» балалар-йәштәр үҙәге педагогы Алена Сакова «Художестволы йүнәлеш» номинацияһында көмөш призер булған.

Алена Валерьевна – үҙенсәлекле һүрәт төшөрөү буйынса педагог. Сығышы жюри ағзаларына бик оҡшаған. 20 минутта оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар бик ҡыҙыҡлы «Яҙғы урман» картинаһын төшөргән.

– Сығыш яһағанда еңеү хаҡында уйламаным. Минең өсөн үҙ һәләтемде күрһәтеү мөһим булды, –  ти Алена Сакова.
Регина Фәйезова материалы буйынса.
Фотолар А. Сакова альбомынан

Призерҙар араһында – Бәләбәй педагогы
Призерҙар араһында – Бәләбәй педагогы
Призерҙар араһында – Бәләбәй педагогы
Призерҙар араһында – Бәләбәй педагогы
Автор:
Читайте нас: