Конкурстар
12 Февраля 2025, 07:00

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары – 2025»

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары – 2025» конкурсында ҡатнашыуға заякалар ҡабул ителә башланы.

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары – 2025»«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары – 2025»
«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары – 2025»

Был  «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы.  Ул киләһе йылда уҙа, тип хәбәр иттеләр БР-ҙағы А. Моратшин исемендәге Росстандарт-ЦСМ төбәк үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:

- производство-техника тәғәйенләнешендәге продукция;

- халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (халыҡ һәм художество кәсептәрен индереп);

- аҙыҡ-түлек;

- производство-техника тәғәйенләнешендәге хеҙмәттәр;

- халыҡ өсөн хеҙмәттәр.

Шулай уҡ конкурс сиктәрендә «Сифат менеджментының иң яҡшы системаһы» ярыштары ойошторола. 

Конкурста еңеүселәр «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» һәм «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» логотиптарын файҙаланыу хоҡуғы ала. Был брендтың танылыуын һәм ҡулланыусыларҙың ышанысын арттырырҡа булышлыҡ итәсәк.

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсында ҡатнашырға заявка һәм документтар тупланмаһы 1 апрелгә тиклем БР-ҙағы А. Моратшин исемендәге Росстандарт-ЦСМ төбәк үҙәгенең мәғлүмәт бүлегендә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 82, 7 ҡат,   к. 7-2.  Тел. (347) 272-87-77. Ентекләберәк — конкурсты ойоштороусының сайтында  https://bashtest.ru/contests/

Иллюстрация БР-ҙағы А. Моратшин исемендәге Росстандарт-ЦСМ төбәк үҙәгенән

Автор: Татьяна КРУГЛОВА

 

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2025-02-10/startoval-priyom-zayavok-na-uchastie-v-konkurse-luchshie-tovary-bashkortostana-2025-4115672?ysclid=m71ivy1l9h119266926

Автор:
Читайте нас