Конкурста 2024 йылдың 17 сентябренән дә һуңламай теркәлгән һәм ойоштороусылары составында власть органдары булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Конкурсҡа заякалар ҡабул итеү тамамланған көндә Президент гранттары фондының ике гранты булған, һәр ҡайһыһын файҙаланыу 2025 йылдың 1 июленән дә һуңға ҡаралмаған НКО-лар ҡатнаша алмай.
Шарттарҙы ентекләберәк конкурс тураһында положениенан белергә була, барлыҡ мәғлүмәт фонд сайтында бирелгән. Һорауҙарға яуаптарҙы ярҙам үҙәгенән алырға мөмкин. Заявканы әҙерләргә фондтың социаль проектлау буйынса онлайн-курсы ярҙам итә.
Фонд заявка биреүҙе һуңғы көндәргә ҡалдырмаҫҡа тәҡдим итә, сөнки техник хаталар ебәрелгән булһа, уларҙы төҙәтергә ваҡыт ҡалмаясаҡ.
Конкурс йомғаҡтары июндә яһала, хупланған проекттар 1 июлдә старт ала.
Фото: Президент гранттары фонды