Быйыл конкурс сиктәрен киңәйтте: Башҡортостан, Татарстан, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Ырымбурҙан ҡатнашыуға 500 заявка килгән. Бүләкләү тантанаһына 53 еңеүсе саҡырылған.
– Минең өсөн «сирләп», хуплағандарға рәхмәтлемен. Һәр яҡшы һүҙ ҡанат өҫтәгәндәй. Был награда – минеке генә түгел, ә беҙҙең татыу командабыҙҙыҡы, йәмғиәттә ирекмәндәр хәрәкәтенең мөһимлеген таныу ҙа ул. Алған дипломым – беҙҙең команда артабан да эшләһен өсөн дәртләндергес бүләк ул, – тип бүлеште Айгөл Рәшит ҡыҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айгөл Фәттәхова «Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәге» ирекмәндәр төркөмө лидерҙарының береһе.
Любовь Иванова.
Фотолар Приют ҡасабаһының Ярҙам үҙәгенән