Үҫеп килгән быуынды лайыҡлы тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, йолалаларҙы тергеҙгән, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн йәмәғәт наградаһын Башҡортостанда алтынсы тапҡыр тапшыралар.
Быйыл ҡатнашыу тағы ла еңелерәк буласаҡ - ғариза биреү форматы камиллаштырыласаҡ, бөтә документтар электрон төрҙә ҡабул ителәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларға һылтанма буйынса – https://forms.yandex.ru/u/67d3db6d4936394292a18f37/ анкета-ғариза тултырырға кәрәк.
Конкурс ғаризаларын баһалауҙың өс шарты билдәләнгән:
– конкурста ҡатнашыусының балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшө;
– йәмәғәт, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә, уның профессиональ, хеҙмәт эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштарына индергән өлөшө;
– ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө.
Конкурс лауреаттарын бүләкләү ағымдағы йылдың июленә планлаштырылған һәм Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналасаҡ.
Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте конкурс тураһында Положениела уҡығыҙ: https://op.bashkortostan.ru/documents/active/615960/.
Фото: www.bashkortostan.ru.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-03-20/irt-le-kis-l-s-y-r-men-n-y-ar-s-y-es-4163937