

Акционерҙар йәмғиәте конкурсҡа «Бәләбәй» һәм «Таҙа Һыу» брендтары аҫтында эсәр һыу тәҡдим итте, улар һатып алыусыларҙың ышанысын яуланы һәм бойондороҡһоҙ экспертизаның яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтте.
«Рәсәйҙең сифат йондоҙо» наградаһын алыу «Башспирт» брендтарын үҫтереү һәм предприятиеның алкоголь продукцияһы етештереүсе булараҡ ҡына түгел, ә сифатлы һыу етештереүсе булараҡ та имиджын нығытыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тип хәбәр итте компанияның матбуғат хеҙмәте.
Башинформ мәғлүмәте буйынса Римма Солтанова әҙерләне