Конкурстар
5 Сентября 2025, 10:00

Бәләбәй балы иң яҡшылар иҫәбендә!

Август аҙағында Өфөлә үткән «Һөт иле» ғаилә байрамында «Халыҡ тауыш биреүе. Иң тәмле бал» тәмләп ҡарау конкурсы ойоштролдо. Унда 30-ҙан ашыу умартасы ҡатнашты, улар һынау өсөн 55 татлы продукт өлгөһөн бирҙе. Уларҙың сифатын 800 халыҡ дегустаторы баһалаған.

Бәләбәй балы иң яҡшылар иҫәбендә!Бәләбәй балы иң яҡшылар иҫәбендә!
Бәләбәй балы иң яҡшылар иҫәбендә!

Еңеүселәр биш номинацияла билдәләнде. Эксперттар аҡһыл балдарҙың иң тәмлеһе тип Бәләбәй районының Глуховская шифаханаһы ауылынан Сергей Яковлевтың балын таныны.

 Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла БР Ауыл хужалығы министрлығы дипломдары менән билдәләнде. Еңеүселәргә уларҙы «Башҡортостан умартасылары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Салауат Миңлемөхәмәтов тапшырҙы. «Бал йәрминкәһендә 50 умартасы ҡатнашты. Ике көн эсендә 13 тонна шифалы продукция һатылған», тип хәбәр итте аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

- Ғаилә эшен уңышлы дауам иткән килгән умартасы Сергей Яковлевтың сираттағы ҡаҙанышы менән ғорурланабыҙ. 2021 йылда йәш умартасы БР Ауыл хужалығы министрлығының республика конкурс һайлап алыуында еңеүсе булды һәм «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Агростартап» программаһы буйынса грант алды. Грант аҡсаһына Сергей Яковлев бизнесты үҫтереү өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алған.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ул даими рәүештә төбәк һәм БөтәРәсәй ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәләрендә ҡатнаша һәм балдың яҡшы сифаты өсөн эксперттарҙың юғары баһаһын ала, – тип аңлатма бирҙе республика «Бал йәрминкәһе» йомғаҡтарына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Усаков.

Бәләбәй балы иң яҡшылар иҫәбендә!
Бәләбәй балы иң яҡшылар иҫәбендә!
Бәләбәй балы иң яҡшылар иҫәбендә!
Автор:Римма Султанова  
Читайте нас