Конкурстар
20 Апреля , 07:00

«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы уҙғарыла

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2016 йылдан алып йыл һайын «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын үткәрә, уның маҡсаты – ғаилә тормошоноң, ғаиләнең традицион ҡиммәттәренең һәм яуаплы ата-әсәлектең йәмғиәттә абруйын пропагандалау һәм күтәреү.

«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы уҙғарыла«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы уҙғарыла
«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы уҙғарыла

Быйыл конкурс ете номинация буйынса үткәрелә: «Алтын ғаилә»; «Ауыл ғаиләһе»; «Күп балалы ғаилә»; «Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә»; «Ватанды һаҡлаусы ғаилә», «Спорт ғаиләһе» һәм «Тәрбиәгә бала алған ғаилә».

«Алтын ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Күп балалы ғаилә», «Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә», «Ватанды һаҡлаусы ғаилә» номинациялары буйынса конкурстың республика этабында еңеүселәр федераль этапта республика исеменән сығыш яһай. Йыл һайын федераль этапта еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостандан ғаиләләр бар. Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы йыл һайын Кремлдә үтә. Әлеге ваҡытта конкурстың муниципаль этабы үтә, ул 25 апрелгә тиклем дауам итә. Конкурсты Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылында уҙғарыу – беҙҙең йәш быуын өсөн өлгө булып торған ҙур һәм татыу, күп быуынлы, әүҙем, уңышлы ғаиләләрҙең күпме булыуын һөйләү мөмкинлеге ул. Конкурсты үткәреү тураһында положение менән министрлыҡтың рәсми сайтында танышырға мөмкин: https://clck.ru/3SiwTP

Автор:
Читайте нас